Уны Башҡортостандың отельерҙар рестораторҙар, кулинарҙар ассоциацияһы ойошторҙо. Майҙанда республиканың иң көслө ашнаҡсылары милли ризыҡтар әҙерләүҙә оҫталығын күрһәтте. Сараға килеүселәр башҡорт, татар, мари, сыуаш, белорус, украин милли аш-һыуҙарын әҙерләү серҙәре менән танышты, тәмләп ҡараны.
Урамда ойошторолған гастрономия фестивале ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ мәктәбенә әйләнде. Мәскәү ҡунаҡтары һәм баһалама вәкилдәре Башҡортостан ашнаҡсыларының эш тәжрибәһен юғары баһаланы.
Гүзәл Борханова