Күләмле сарала республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Фестивалде ойоштороу майҙансығы итеп урындағы сквер осраҡлы ғына һайланмаған.
Элек был биләмә баҙар булған, унда йылына ике тапҡыр төбәктең иң ҙур йәрминкәһе уҙғарылған. Әле йола йәнә тергеҙелеп, йөҙҙән ашыу һөнәрсене берләштерҙе. Стәрлетамаҡҡа Башҡортостандың төрлө район-ҡалалары, Силәбе, Һамар өлкәләре, Удмурт республикаһынан оҫталар килде.
Берҙәм стилдә биҙәлгән сауҙа рәттәрендә ағастан, күндән, тимерҙән һәм башҡа материалдарҙан яһалған тауарҙар, сувенирҙар тәҡдим ителде.
Гөлназ Хәйбуллина