Мәләүездә бөгөн «Ҡайынлыҡ һуҡмағы» исемле яңы проект файҙаланыуға тапшырылды

Ул Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы сиктәрендә тормош ашырылған.

Проектҡа ярашлы, ҡасандыр Мәләүез ҡалаһының сауҙа үҙәге булған тарихи майҙан заманса үҙгәртелгән, унда амфитеатр, ял һәм йәйәүлеләр зоналары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рафаэль Насиров ағас һырлап картина яҙыу менән 50 йыллап шөғөлләнә. Һынлы сәнғәткә лә замандашыбыҙҙы махсус белем түгел, ә ябай ҡыҙыҡһыныуы алып килә. Һөҙөмтәлә ул бөгөн республикала бындай төр ижад менән булышҡан берҙән-бер рәссам. Ә картиналары илдә кемдең генә шәхси коллекцияларында һаҡланмай.

Мәләүез ҡалаһы көнө сиктәрендә асылған «Ҡайынлыҡ һуҡмағы» проектының бер майҙанында оҫталар ҡаласағының ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ҡасандыр үҙәк урамдар аша сауҙа юлы үткән. Йылдар уҙһа ла, урындағы халыҡ тарихи үткәнен онотмай. Яңы объект биләмәһе лә төрлө яҡлап төҙөкләндерелгән. Рәссамдарға ултырып ижад итер өсөн дә, йыр-бейеүгә әүәҫтәргә лә айырым сәхнә бар.

Әйткәндәй, сәхнә түре бөгөндән үк буш түгел. Ул урындағы алдынғы үҙешмәкәр ижади коллективҙың сығыштарынан гөр килде.

 «Ҡайынлыҡ һуҡмағы» проекты өҫтөндә эш ике йыл самаһы дауам иткән. Уны тормошҡа ашырыуҙа дизайнерҙар үҙҙәре лә күп көс һалған. Ә биләмәләге төҙөкләндереү саралары урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп башҡарылған. Шуға ла мәләүездәр ҡала көнөндә файҙаланыуға тапшырылған объекттан бик ҡәнәғәт.

Әйткәндәй, проект 2020 йылда уҙған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы сиктәрендә тормош ашырылған. Уның дөйөм хаҡы 128 миллион һум, сығымдарҙың 36 миллионы республика бюджетынан бүленгән.

Азат Ғәлиуллин