Өфөнөң Комсомол урамындағы ихаталарҙы төҙөкләндереү тамамланды

Бында юлдарға яңы асфальт һалынды, бордюрҙар алыштырылды, резина япма менән балалар өсөн өс уйын майҙансығы сафҡа инде Төҙөкләндереү саралары «Башҡортостан ихаталары» республика программаһы нигеҙендә быйыл яҙ ғына башланғайны.

Проектты баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып башҡарған.

Тәҡдим менән урында йәшәүселәр былтыр көҙ үк мөрәжәғәт иткәйне. Халыҡ фекерен күҙ уңында тотоп ихаталар заманса төҫ алды. Уңайлы ла, күркәм дә.

Сергей Плотников, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы

Ихатаны төҙөкләндереүҙе беҙ көтөп алдыҡ. Балалар өсөн ул ҙур бүләк. Ныҡ оҡшай. Көнө буйы ошонда уйнап, ял итеп ваҡыт үткәрәбеҙ.

Елена Ульянова, Өфөлә йәшәүсе