Исемлектә төрлө йүнәлештә хеҙмәт иткән 12 белгес бар. Улар - теш, йөрәк дауалаусылар, хәрби табиптар һәм башҡалар. Иң яҡшы реабилитиция табибы һәм методисы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Пациенттың бәләкәй генә аҙымы ла, әйткән һүҙе уның өсөн ҙур ҡаҙаныш. Реабилитологтың бурысы - ҡатмарлы операция кисергән ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырып, тулы тормошҡа ҡайтарыу. Ҡайһы бер пациенттарҙы, сабыйҙарҙы һымаҡ, яңынан ашарға, һөйләшергә өйрәтергә тура килә, ти белгес.
Гөлназ Бүләкова етәкләгән бүлектә инсульт, мейе йәки умыртҡа һөйәге йәрәхәтенән яфаланып, сәләмәтлеген тергеҙгән пациенттар бар. Йылына госпиталдә 2 меңгә яҡын ауырыу дауаланыу үтә. Табип-невролог үҙе бында 2015 йылдан бирле эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, белгескә илдең төрлө төбәгенән пациенттар дауаланырға килә.
Уның кабинетында телефон тауышы тынмай тиерлек. Пациенттар менән туранан-тура эшләмәһә лә, эше бик мөһим. Дауаханала тәртип һаҡлауҙа Гүзәл Ғәлимшина төп ролде үтәй. Һаулыҡ һағында ул ике тиҫтә йылдан ашыу. Элекке педиатр эшен ҡалдырһа ла, аҡ халатын сисмәгән. Сөнки ханым бар булмышы менән табип.
Шәфҡәтле профессионалдар, Рәсәйҙең иң яҡшы белгестәре. Ике геройыбыҙ ҙа медицина хеҙмәткәрҙәре араһында конкурста еңеп сыҡҡан. Үҙ һөнәре оҫталары ҡулында кешеләрҙең киләсәге лә яҡты, өмөтлө.
Рәзилә Ғиниәтуллина