Мәскәүҙең «Зарядье» паркында барған Рус география йәмғиәте фестивалендә Башҡортостан көндәренә ҡуйылған тирмәне миллиондан ашыу кеше ҡараған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов фестивалдең республика өсөн һөҙөмтәле үтеүен билдәләне.
Сөнки сарала Башҡортостан байрам ойоштороп ҡына ҡалманы. Төбәктә туризмды үҫтереү мөмкинлектәре, сәйәхәт өсөн яңы маршруттар ҡаралды.
Башҡортостан көнө Рус география йәмғиәте фестиваленең иң сағыу мәле булды, ти килгән ҡунаҡтар. Халҡыбыҙҙың дәртле бейеүҙәре, йыр-моңо, милли кейемдәре береһен дә битараф ҡалдырманы. Илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, урындағы халыҡ та рәхәтләнеп күңел асты, бергә ҡушылып йырланы, бейене.
Балаларға ла күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәне. Улар милли уйындарға, Башҡортостан тураһында мауыҡтырғыс викториналарға, квестарға йәлеп ителде. Өлкәндәр ул арала республиканы туристар өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеү тураһында баш ватты. Турист операторҙары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә Башҡортостандың туризм потенциалы, сәйәхәт мөмкинлектәре барланды. Яңы маршруттар презентацияланды.
Башҡортостандың туризм мөмкинлектәре илдә тәүге ун төбәк иҫәбендә. Тап ошондай фестивалдәр был потенциалды асыу һәм тормошҡа ашырыу форматы бирә, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.
Айнур Кәбиров