Ирекле батальон һалдаттары халыҡты Шайморатовтың тыуған көнө менән ҡотланы

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәре республика халҡын Рәсәй Геройының тыуған көнө менән ҡотланы. Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулды. Әлеге ваҡытта хәрбиҙәр Украинаға махсус операцияға барыр алдынан әҙерлек үтә. "Солтан" ҡушаматлы хәрби батальон исеменән халыҡты ҡотланы.