Быйыл иген уңышының 5 миллион тоннаға етеүе көтөлә. Был турала Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Әлегә тиклем тармаҡ белгестәре 4 миллион тонна уңыш фаразланы. Башҡортостанда уҙған йылда ҡоролоҡ булды. 2 миллион тонна ғына иген йыйып алынды. Әле баҫыуҙарҙың яртыһында эштәр теүәлләнгән, келәттәргә 2 миллион 600 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған.