Инфраструктура проектына ярашлы, 70 машина алынырға тейеш - Транспорт системаһына яңы автобустар тапшырҙыҡ, ҡалғандары 5 сентябргә тиклем килеп етә. Һуңғы өс йылда транспорт системаһын яҡшыртыу, уңайлыраҡ итеү өсөн эш алып барабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Яңы автобустар Өфөнөң Затон, Дим, Сипайлово, Инорс биҫтәләрендә йөрөйәсәк.