Ҡала үҙәгенә уңайлыҡтар менән

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» йәмғиәтенә ҙур класлы  37 яңы «НефАЗ» автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Эш автомобилдәренә шулай уҡ республика дауаханалары ла эйә булды. Яңыртылған автопарк менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды. 

Тәжрибәле водитель өсөн яңы транспортҡа эйә булыуҙан да  шатлыҡлыраҡ  ваҡиға юҡ. Баш ҡаланың 3-сө автотранспорт предприятиеһы водителе Зинфир Исламов әйтеүенсә, иҫке автобустар менән әлегеләре ер менән күк араһы. Автомат коробка, электрон табло, USB розеткалар һәм башҡа заманса ҡоролмалар водителдең кәйефен күтәрә. 

Яңы автобустарҙа төрлө категория пассажирҙарға уңайлыҡтар ҡаралған. 92 урынлыҡ транспорт инвалидтар өсөн махсус урындар менән дә йыһазландырылған.

Башҡортостан башлығы автобус салонын ҡарап сығып, республиканың транспорт системаһын камиллаштырыу, уны Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә сығарыу буйынса эш дауам итәсәген белдерҙе. Асҡыстар тапшырылғандан һуң, төбәк етәксеһе «Башавтотранс»тың алдынғы водителдәрен билдәләне һәм предприятие автопаркы артабан да яңырасағына ышаныс белдерҙе. Шул иҫәптән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә лә. 

Республика табиптары өсөн дә пациенттарға барып етеү мөмкинлектәре яҡшыра – район дауаханаларына сираттағы партия эш автомобилдәре тапшырылды. Йыл башынан алып республика медицина учреждениеларына 100-гә яҡын еңел автомобиль алынған. 

Яҡын арала медицина хеҙмәткәрҙәренә эре партия яңы тиҙ ярҙам машиналары ла тапшырыласаҡ. Улар ҙа барлыҡ тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Гөлдәриә Йосопова