Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ бүләкләнде

Тантана Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында үтте. Радий Хәбиров республиканан үҙ ирке менән Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың намыҫлы хеҙмәтен билдәләп, ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙе билдәләне. Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Башҡортостан башлығы Луганск халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Белорет егете, сержант Рәфил Әйүповтың туғандарына «Батырлыҡ» орденын тапшырҙы. Яҡташыбыҙҙы батырҙарса вафатынан һуң дәүләт наградаһы менән бүләкләү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе ҡул ҡуйған.

Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандың башҡа хәрбиҙәрен дә билдәләп үтте. Илдең һәм республиканың дәүләт наградалары араһынан өс яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Азат Ғәлиуллин