Архангел районы үҙәгендә 574 уҡыусы белем алған мәктәп төҙөкләндерелде

1-се урта мәктәп бинаһына 1964 йылда уҡ нигеҙ һалынған булған. Тиҫтә йылдар дауамында бында тик бер тапҡыр ғына капиталь ремонт яһалған. Һуңғы төҙөкләндереү эштәренән һуң, белем усағы тулыһынса үҙгәргән: фасады яңыртылған, ҡыйығы алыштырылған.

Эс яҡлап та ремонт күләме ҙур: иҙән алыштырылған, кабинеттар йылытылып, тәртипкә килтерелгән. Эштәр республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарылған.

Ашханала ла күләмле төҙөкләндереү эштәре тормошҡа ашырылған. Һуңғы санитар талаптарға яуап биргән туҡланыу комплексында өр-яңы заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Дөйөм проект бер йылда тормошҡа ашырылған.

Әлеге ваҡытта яңы уҡыу йылына хеҙмәткәрҙәр Шайморатов класын ойоштороу менән мәшғүл. Оҙаҡламай кабинетта данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында стендтар һәм тарихи фотоһүрәттәр эленәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина