Республика белгестәре быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән ҡоролмаларҙы етештереп сифатлы агрегат әҙерләйәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 40 млн һум аҡса бүленгән.
Ғалимдар, инженерҙар һәм студенттар ҡатнашлығында етештерелгән ҡоролмалар 2 йыл эсендә әҙер буласаҡ. Транспорт руленең ҡеүәтен арттырған сифатлы агрегат Сарапул электргидравлика заводы менән берлектә етештерелә.
Флорида Ким