Өфөлә күренекле хореограф Шамил Тереғоловтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Достоевский урамындағы 49-сы йортта балетмейстер, хореограф хөрмәтенә мемориаль таҡта асылды.

Сарала сәхнә оҫтаһының яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ҡатнашты. Шамил Тереғолов республика балет сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе булып эшләп, тиҫтәләп балет сәхнәләштергән.

Уның уҡыусылары Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған артистар булып, үҙ һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән. Шамил Тереғолов Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусы булып тора.

Шамил Әхмәт улы эшләгән осорҙа башҡорт балет сәнғәте яңы кимәлгә күтәрелде. Ул талапсан һәм ғәҙел хореограф булараҡ ижади хыялдарын сәхнәләштерҙе. Ул беҙҙең һәр беребеҙгә ярҙам итеп бөтә уҡыусыларын ҙур сәхнәгә сығарҙы.

Гөлсинә Мәүлекәсова, Башҡортостандың халыҡ артисы

Флорида Ким