Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында ике ир һәм ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Күгәрсен районы Аҙнағол ауылы эргәһендә ун дүртенсе модель ВАЗ автомобиле һыу төбөнә киткән.

Ҡотҡарыусылар машинанан руль артындағы ханымдың кәүҙәһен сығарып, хоҡуҡ һағы органдарына тапшырған. Әле тәфтиш эштәре дауам итә. Туймазы районында ла йылғала бер ҡатындың кәүҙәһе табылған, әле уның шәхесе асыҡлана.

Өфө һәм Иглин райондарында рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү ҙә үлем менән тамамланған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Эскән килеш һыуға төшөүҙән тыйылырға кәңәш итә. Балаларҙы яр буйында ҡарауһыҙ ҡалдырыу ҙа бәләгә килтереүе ихтимал.

Гөлназ Хәйбуллина