Республикала 6 мәктәптә ремонтты ваҡытында тамамлап өлгөрмәйҙәр

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровтың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән осрашыуында әйтелеүенсә, быйыл капиталь ремонт программаһы буйынса 63 мәктәп төҙөкләндерелә. 40 белем биреү усағында ремонт ваҡытында тамамланды, 8 мәктәп сентябрь башында файҙаланыуға тапшырыла. Айбулат Хажин әйтеүенсә, 6 объектта ремонт оҙаҡҡа һуҙылды, әммә уҡыусылар өсөн белем биреү һәм туҡланыу тейешенсә ойошторола.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт