Башҡортостан юғары уҡыу йорттары "Приоритет 2030" тигән федераль программала ҡатнашырға әҙерләнә

Был турала Республика  Башлығы Радий Хәбиров  уҙғарған "Фән сәғәте" кәңәшмәһендә  белдерелде.  Унда  министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре,  университеттар  ректорҙары  ҡатнашты.  Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, университеттарҙың йәш ғаилмдарына грант ярҙамы тураһында ҡарар проекты әҙерләнгән. Документ 1 октябргә  тиклем тикшерелә. Дәүләт ярҙамы конкурс нигеҙендә  быйыл уҡ бирелә. Шулай уҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттары вәкилдәре  федераль программаларҙа ҡатнашыуы тураһында  белдерҙе.