Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Андрей Назаров әйтеүенсә, санкция шарттарында тимер юл һәм авиация өлкәләренә ҙур ауырлыҡ килде. Составтар һәм самолеттарҙың ҙур өлөшө сит илдәрҙә етештерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәлде даими күҙәтеп барырға тейеш. -Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын һаҡларға кәрәк, - тине хөкүмәт рәйесе.