«Транснефть-Урал» йәмғиәте ойошторолоуға 75 йыл

Юбилей уңайынан предприятиела уҙған йыл һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, алдағы айҙарға яңы маҡсаттар ҡуйылды. Рәсәйҙең 7 төбәгендә «Транснефть-Урал» йәмғиәте эшмәкәрлеге алып барыла.

«Ҡара алтын»ды транспортировкалау йүнәлешендә иң ҙур предприятиела 9 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Компанияның юбилей кисәһендә нефть продукцияһын транспортировкалау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән белгестәр бүләкләнде.

Башҡортостан нефть продукцияһын транспартировкалауға нигеҙ һалыусы төбәктәрҙең береһе булып тора. Бөгөнгө көндә 8 мең километрға тиклем һуҙылған «Транснефть-Урал» предприятие торбалары аша өҙлөкһөҙ рәүештә нефть продукцияһы ағыҙыла.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, компания республикала яңы социаль объекттар төҙөргә ярҙам итә. Бынан тыш, төбәк бюджетына даими һалымдар түләнә, хәйриә фондтарына финанс ярҙам күрһәтелә.

Флорида Ким