Ҙур тарихи асыштар алдында...

Тарихи асыштар алдында. Радий Хәбиров Шишмә районында Евразия Күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһен уҙғарҙы.

Яңы объект концепция буйынса бер нисә тарихи һәйкәлде, шул иҫәптән Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрен берләштереләсәк. Төбәк етәксеһе биләмәлә уҙғарылған археологик ҡаҙыныу эштәре менән дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Көмбәҙгә тиклем бейеклеге һигеҙ метр булһа, стена ҡалынлығы бер метрҙан ашыу. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе таштан төҙөлөп, быуаттар аша үҙенең архитектура-тарихи ҡиммәтен юғалтмаған.

Башҡортостанда йәшәүселәр бик бәхетле, әлеге ваҡытта Турахан кәшәнәһе һаҡланып ҡалған. Ул нигеҙе менән генә түгел, тулыһынса һаҡланған, 14-се быуатта төҙөлгән бина. Әйтеп үтергә кәрәк, Татарстанда Болғарҙа тик нигеҙҙәре генә һаҡланған, ә беҙҙә шундай һаҡланған матур кәшәнә бар.

Рөстәм Әлибаев, «Архтамға» эксперт-проектлау бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры

Турахан тураһында тарихи материалдар һаҡланмаған. Ҡайһы бер тарихсылар уның Сыңғыҙхан тоҡомонан булыуын, Иртыш буйлап күсенеп йөрөгән тип иҫәпләй. Туғандары менән дошманлашып, Көнсығыш Себерҙән башҡорт ерҙәренә килгән.

Икенсе версияға ярашлы, Турахан Көньяҡ Уралға власы таралған Басман хандың туғаны булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та бөйөк шәхестең тарихын өйрәнеү ниәте менән яна. Етди тикшеренеүҙәр көтөлә. Шишмә районында күсмә цивилизациялар Евразия музейын ойоштороу был йүнәлештә эште көсәйтергә ярҙам итәсәк.

Әлегә Күсмә цивилизацилар Евразия музейы төҙөлөшө буйынса, проектҡа инәсәк биләмәгә анализ яһалған. Урындағы рельеф тикшерелгән. Тарихи белешмәләр йыйылған. Үзбәкстанда ошоға оҡшаш объекттар бар, уңышлы тәжрибәне өйрәнеүгә белгестәргә сәфәр ойошторолған.

Беренсе проектҡа ярашлы, музей комплексы кәшәнәгә илткән баҫҡысты хәтерләтә. Бронза, тимер, иртә һәм һуңғы Урта быуаттар тураһында материалдар һаҡланасаҡ. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем осор яҡтыртыла.

Турахан кәшәнәһен боҙмайынса, тәбиғәткә зыян килтермәйенсә, ҡапламайынса, матур музей комплексы төҙөләсәк. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе беҙҙең таш быуатҡа барып тоташһа, кеше ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен һөйләһә, бында инде беҙҙең халыҡтар ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен, беҙ кем икән тигән һорауға яуап биреп буласаҡ.

Урал Килсенбаев, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары

Башҡортостан тарихын күрһәткән, беренсенән, музей буласаҡ. Икенсенән, бында фәнни үҙәк була. Бында археологтар эшләрлек яҡшы лабораториялар, мөмкинлектәр була. Бөгөнгө көндә яҡшы методикалар буйынса беҙҙең тарихсыларыбыҙ эшләй. Бында ҙур конференц-залдары, амфитеатр ойоштороу ҙа планлаштырыла.

Данир Ғәйнуллин, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры

Музей комплексын ойоштороу буйынса пландар ҙур, әлегә тарихи материалдар туплана.

Кәшәнә биләмәһендә заманса археологик тикшеренеүҙәр уҙғарылған. Улар нигеҙендә рельефтың һанлы моделе төҙөлгән Ерҙәге үҙгәрештәр билдәләнгән. Участкала ҡәберлектәрҙең күп булыуын ҡаҙыныу эштәре дәллиләй. Йөҙ квадрат метр майҙанда биш кешенең, шул иҫәптән бер баланың һөйәктәре табылған.

Ҡалдыҡтарҙың яҡшы һаҡланыуын белгестәр ҡәберҙәрҙең тауҙа урынлашҡан булыуы һәм тупраҡ төрөнә бәйләй. Ерләү формаһы һәм тибы буйынса ҡайһы дингә тура килеүе лә билдәләнгән.

Ҡәберлек, беҙҙеңсә, 14-16-сы быуаттарға ҡарай. Анализдарҙан һуң теүәл дата буласаҡ. Мосолман йолалары буйынса барыһы ла күмелгән. Әммә ҡайһы бер икенсе үҙенсәлектәре лә бар.

Рәшит Солтанов, археолог

Элекке мәжүсилек йолалары ҡалған, синкретизм. Күбеһе ирҙәр, теүәл әйтеп булмай әлегә, аҙаҡ антропологтар аныҡлыҡ индерәсәк.

Илшат Дәүләтбаев, археолог

Ғалимдар билдәләүенсә, кәшәнә янында юғары ҡатлам кешеләре ерләнгән. Тикшеренеү эштәре тамамланғандан һуң, ҡәберҙәр күмелеп, табут өҫтөндә таштар ҡуйыласаҡ. Биләмәлә Евразия ҡитғаһының тарихи осорҙарын өйрәнеү буйынса етди ғилми-тикшеренеү үҙәге ойоштороу планлаштырылған. Был изге урын Башҡортостанға сит ил туристарын да йәлеп итәсәк.

Кәшәнә янында күргәҙмә лә уҙғарылды. Өфө районы Подымалов ауылы янындағы археологик ҡаҙыныу эштәре барышында 14-15-cе быуатҡа ҡараған тәңкәләр, һауыт-һаба өлөштәре, уҡ башағы һәм башҡа артефакттар табылған. Белгестәр билдәләүенсә, музейҙың ойошторолоуы Башҡортсотанда Алтын Урҙа археологияһы үҫешенә яңы мөмкинлектәр асасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина