Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында асыҡ ишектәр көнө

Өфөлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методик үҙәгендә тәүге тапҡыр асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды. Сарала тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡатнашты.

Уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Балалар янғын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар кейемдәрен кейеп ҡараны, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү нигеҙҙәрен өйрәнде. Ведомство тарихын һаҡлаған музей ҙа балалар иғтибарынан ситтә ҡалманы.

Сарала әүҙемлек күрһәтеүселәр ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре менән бергә һауала йәки һыуҙа ойоштороласаҡ рейдта ҡатнашасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина