Өфө – Раевка маршруты буйынса «Ҡарлуғас» тиҙ йөрөшлө поезд маршрутында бөгөн күсмә медицина пункты эшләне. Пассажирҙар урында уҡ төрлө тармаҡ табиптарына алдан яҙылыуһыҙ мөрәжәғәт итә алды. Ике сәғәт эсендә белгестәр тиҫтәнән ашыу кеше ҡабул итте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфө – Раевка маршруты пассажирҙарына поезда күсмә медицина пункты эшләүе тураһында алдан хәбәр булманы. Шуға ҡарамаҫтан, табипҡа күренергә теләүселәр кемуҙарҙан ағылды.
Табиптар фекеренсә, медицина тикшереүен план буйынса үтеү яҡшыраҡ, сөнки дауаланыу ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Һүҙ дарыуҙар хаҡында түгел, ә сирҙе ваҡытында асыҡлап ниндәйҙер саралар күреүгә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө маршрут пассажирҙары араһында үҙҙәре лә табипҡа күренеп, балаларына ла консультация үткәреүселәр табылды.
Ғөмүмән, акция республика граждандарының һаулығын ҡайғыртыуға йүнәлтелгән. Шуға ла тәү сиратта сараға кардиолог, дерматолог, реабилитолог кеүек табиптар махсус саҡырылғайны. Урында шулай уҡ ковид, киҫкен респираторлы вируслы инфекциянан вакцина яһатырға теләүселәр мөрәжәғәт итә алды.
Азат Ғәлиуллин