Республика Хөкүмәтендә көньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ҡаралды. Документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Урал аръяғында электр энергияһына ҡытлыҡты кәметеү өсөн яңы подстанция төҙөргә, тимер юл һалырға, туристик маршруттар булдырырға тәҡдим ителә, тау сәнәғәте һәм ауыл хужалығына инвестиция йәлеп ителә. Стратегияға ярашлы, Белорет районы ла Урал аръяғы социаль-иҡтисади зонаһына индерелә. Документ буйынса алдағы йылдарҙа төбәктә 40 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш.