Документ Хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Концепция 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул ике өлөшкә бүленгән. Республикала “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Һәр баланың уңышы” тигән программа тормошҡа ашырыла. Бының өсөн өс йылда 2 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда өҫтәмә белем биреү өлкәһендә мәҙәниәт һәм физкультура йүнәлештәрендә 200-ҙән ашыу ойошма эшләп килә. Уларҙа 560 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Бынан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн өҫтәмә белем алыуға шарттар булдырыла.