Башҡортостан башланғысы менән әҙерләнгән Евразия иҡтисади үҙәге проекты 2023 йылда эш башлай

Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Ошо көндәрҙә инвестиция проекты менән Мәскәүҙә  таныштырҙылар. Иҡтисади үҙәк булдырыуҙа шулай уҡ Һамар, Ульяновск,  Һарытау, Пенза өлкәләре, Пермь крайы һәм Удмурт республикаһы ҡатнаша. Һөҙөмтәлә, Рәсәй төбәктәре  предприятиелары һәм ғәмәлгә ашырылған проекттар берҙәм  инвестиция  селтәренә берләшә,  40 мең эш урыны асылырға  тейеш.