Башҡортостан хөкүмәтендә сит илдәргә тауар һатыусылар һәм импортлаусыларға ярҙам мәсьәләһе ҡаралды

Ултырышты  премьер-министр Андрей Назаров  уҙғарҙы. - Республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше  ярты йылда 19 процентҡа артҡан. 949 предприятие сит илдәр  менән сауҙа итә. Бөгөн дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә  булған илдәр менән сауҙаны үҫтереү  көнүҙәк. Экспортланған продукция сифатын да яҡшыртырға кәрәк, - тине хөкүмәт рәйесе. Эшҡыуарҙарҙың транспортлау, йөктө һаҡлау сеймал эҙләү, фәнни-тикшеренеүҙәр алып барыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн дәүләттән  субсидия  алыу  мөмкинлеге  лә бар, тип белдерелде ултырышта.