Зөһрә Рәхмәтуллина: "Михаил Горбачевтың ҡаҙаныштары ла, хаталары ла булды"

СССР-ҙың тәүге президенты һәм аҙаҡҡы етәксеһе ниндәй сәйәсмән булараҡ хәтерҙә ҡала? Михаил Горбачевтың вафатына бәйле, төрлө өлкә белгестәре уның эшмәкәрлегенә баһа бирә. “Михаил Сергеевичтың етди ҡаҙаныштары ла, тарихи хаталары ла булды”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Михаил Горбачев КПСС-тың Үҙәк комитеты Генераль секретары вазифаһында 1985-1991 йылдарҙа эшләй. 1991 йылдың декабрендә, Союз тарҡалғас, отставкаға китә. Совет лидерының ҡатыны Раиса Максимовнаның бала сағы Стәрлетамаҡта үтә. Ул мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм имтиханһыҙ Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. Михаил Горбачев бер нисә тапҡыр Башҡортостанда ла була.