Благовещенда күпер төҙөү өсөн яһалма блоктар етештерелә башланы

Сәнәғәт кимәлендә төҙөлөш конструкцияларын етештереүсе предприятие хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Благовещен районына эш сәфәре сиктәрендә республика етәксеһе көндәлек химия тауарҙарын, баҡыр купоросын етештереү цехтары сәнәғәте менән танышып, предприятиеларҙы киңәйтеү йүнәлештәрен билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Көндәлек гигиена тауарҙарын етештереү цехында көтөп алынған ваҡиға. 2015 йылда эшләй башлаған «Фабрик» предпритияеһында көндәлек химия әйберҙәре сәнәғәте бүлеге лә асылды. Цехты киңәйтеү менән компания хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

Республикала шампунь, һабын, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тауарҙар, йыуыу-таҙартыу шыйыҡсаларын етештереү өсөн быға тиклем сит ил компоненттары файҙаланған булһа, хәҙер Рәсәй матдәләре менән эш алып барыла. Белгестәр әйтеүенсә, тауарҙың сифаты зыян күрмәгән, киреһенсә, 70 процентҡа һыуҙан торған продукцияны үҙебеҙҙә эшкәртеү логистика һәм иҡтисад күҙлегенән күпкә отошло, тип табылған.

Благовещен ҡалаһы эргәһендәге тимер-бетон заводында ла яһалма конструкцияларҙы етештереүгә старт бирелде. Бында 260 кеше вахта ысулы менән тәүлек әйләнәһенә сифатлы төҙөлөш материалдарын әҙерләй. Предприятиела әле бер меңенсе юбилей конструкция етештерелгән. Был партия Европа – Көнбайыш Ҡытай магистрале төҙөүгә йүнәлтелә. Өфөнөң Нуғай трассаһында алып барылған ремонт эштәрендә лә Благовещен ҡалаһынан килтерелгән блоктар файҙаланыла.

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров нефть ағыҙыу торбалары арматураһын етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Рәсәйҙә нефть эшкәртеү һәм халыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе ҙур компаниялар өсөн ҡоролмалар етештергән цехты киңәйтеү ҡаралған. Яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған заводта өҫтәмә 75 эш урынын булдырыу күҙаллана.

«Рус баҡыр купоросы» предприятиеһы баҡыр сульфатын етештереүсе алдынғы ойошмаларҙың береһе булып тора. Биләмәлә заманса технологиялар ярҙамында ауыл хужалығында мал аҙығы ҡатнашмаһы етештерелә.

Иҡтисади санкциялар предприятие эшмәкәрлегенә йоғонто яһамаған, сөнки компания 2018 йылдан уҡ Рәсәй сеймалы менән файҙалана. Цехтарҙа хеҙмәткәрҙең һәм етештерелгән продукцияның хәүефһеҙлеге даими күҙәтеү аҫтында. Тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү маҡсатында бөтә матдәләр санитар таҙартыу үтә.

Благовещен районында күсмә форматта ойошторолған «Сәнәғәт сәғәте»ндә» Башҡортостанда баҡыр купоросын етештереү предприятиеһын үҫтереү юлдары ҡаралды. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусына эйә объектта 2025 йылға сәнәғәт циклын бер нисә тапҡыр арттырыу көтөлә.

Флорида Ким