«Эске десант ғәскәрҙәре» һәм «Юнармия» йүнәлештәренең береһен әлеге ваҡытта атаһы Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан Даниэль дә һайлаған.
Бөгөн Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников 1-се класҡа уҡырға барыусы малайға кадет формаһын бүләк итте. Алдан хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республикала махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында даими хәстәрлек күрелә.
Төбәк етәксеһе тарафынан Украинанан ҡайтыусыларҙы эшкә урынлаштырыу бурысы ҡуйылды. Улар шулай уҡ Республика клиник психиатрия дауаханаһының Ветерандарҙы реабилитациялау үҙәгендә психолик ярҙам алып, физик реабилитация үтәсәк.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең көнкүреш шарттарын еңеләйтеү буйынса ла аныҡ саралар күрелә. Өфөнөң Октябрь районында ғына Белем көнө алдынан аталары хәрби бурысын үтәгән 18 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары алыуға сертификаттар тапшырылған.
Гөлдәриә Йосопова