Һайлап алыу турында республика район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәк вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар араһында Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова ла бар. Замандашыбыҙ халыҡ йырҙарын видео һәм аудиояҙмалар аша тыңлап үҙаллы башҡарырға өйрәнгән.
Башҡарыусылар музыкаль оҙатыуһыҙ, тере тауышҡа йырланы. Еңеүсе 29 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк йомғаҡлау тамашаһында иғлан ителәсәк. Әле «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре һәр башҡарыусы тураһында «Ашҡаҙар моңдаштары» исемле тапшырыуҙар шәлкемен әҙерләй.
Азат Ғәлиуллин