«Атайсал» проектынан уҡыусыларға бүләк

Бүздәк районы Төрөш ауылынан сыҡҡан эшҡыуар ауыл йәштәренә асыҡ һауала заманса спорт майҙансығын төҙөткән. Спорт объектына эшҡыуар миллон ете йөҙ мең һум аҡса сарыф иткән. Төрөш халҡының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә бүлеште. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Төрөш ауылында йәшәүсе олоһо-кесеһе был көндө түҙемһеҙләнеп көткән. Ауыл үҙәгендә урынлашҡан мәктәп ихатаһы биләмәһендә спорт майҙансығы асылыу тантанаһын халыҡ ҙур байрам булараҡ ҡабул итте.

Ошо мәктәпте тамамлаған уңышлы эшҡыуар Фәнүз Усманов тәҡдиме менән асыҡ һауала резина япмалы заманса спорт обьекты файҙаланыуға тапшырыла.Төрөш балаларына яңы уҡыу йылынан ошо майҙансыҡта физкультура дәрестәре һәм спорт күнекмәләре үткәреләсәк.

  Спорт майҙансығын асыу тантанаһына йыйылыусыларҙы Бүздәк район хакимәте башлығы Илнур Иғдиев тәбрикләп, спортта ҙур еңеүҙәргә юл тап ошо ауылдан башланһын ине, тигән теләген еткерҙе. Ауылда спорт комлексын төҙөтөүҙе үҙ иңдәренә алған Фәнүз Рафаэль улы малай-ҡыҙҙарға сәмле, көслө, етеҙ булып үҫеүҙәрен теләне.

Артабан сарала ҡатнашыусылар спорт майҙансығына үтте . Волейбол, футбол спортын һөйөүселәр резина япмалы майҙанда беренсе тапҡыр спорт ярыштарында ҡатнашты. Төрөш үҫмерҙәре үҙҙәре лә киләсәктә ауылда спорт йүнәлешенә етди иғтибар бүлеүсе эшҡыуар кеүек булырға хыяллана.

Резина келәмдә спорт менән шөғөлләнеүҙең хәүефһеҙлеген һәм уңайлығын һикһән йәшлек ветеран уҡытыусы Әнүәр Динекеев үҙе һанап ҡараны. 46 йыл буйына физкультура уҡытҡан мөғәлим был спорт майҙансығын ауыл йәштәренә һәм халҡына ҙур бүләк булараҡ ҡабул иткән.

Заманса спорт майҙансығы эшҡыуар Фәнүз Усманов ғәмәлгә ашырған дүртенсе проект. Ауыл зыяратын кәртәләп тәртипкә килтереү, шишмәләргә яңы һулыш биреү, иман йортон төҙөкләндереү...Асыҡ һауалағы спорт майҙансығы иһә иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Төрөш йәштәренә хеҙмәт итәсәк, тип ҡыуана ул.

Эшлекле яҡташлыҡ бәләкәй Ватанды үҫтереүҙәге ҙур этәргес көс. 2021 йылдың 1-се мартында старт алған «Атайсал» проектына Бүздәк районында ғына төрлө өлкәлә уңышлы эшләүсе 300 эшҡыуар ҡушылған. Улар ярҙамында ауыл-ҡасабалар биләмәләрен төҙөкләндереүгә, социаль обьекттар төҙөүгә 200-гә яҡын проект тормошҡа ашырылған.

   «Һаулыҡ – кеше бәхетенең нигеҙе». Спорт уйындарына ылығып, сәләмәт тормош алып барған Төрөш йәштәре киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, хеҙмәттән йәм табып йәшәр тип күҙаллана.

Төрөштәге спорт майҙансығы ике ай эсендә «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөлгән.  Был майҙансыҡта футбол, волейбол, баскетбол уйындарынан тыш, ҙур теннис менән дә шөғөлләнергә була. Төрөштәр беҙҙең төбәктә лә Рәсәй кимәлендә танылыу яулар спортсылар үҫеп сығыр тигән өмөт менән йәшәй.

Гүзәл Борханова