Август аҙағында Өфө-Ырымбур трассаһының 110 cаҡрым арауығы яҡтыртыла башларға тейеш ине. Әммә әлегә участканың 43 километрында ғына ут яна. Дүшәмбе үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров мәсьәләнең ваҡытында хәл ителмәүенә иғтибар йүнәлткәйне.
«Приуралье» автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәрҙең тотҡарланыу сәбәбе терәүҙәргә һалынған кабелдәрҙең юҡҡа сығыуына бәйле. Урлашыу осраҡтарынан зыян күргән биләмәлә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Һәр бишенсе терәүҙә тиерлек яртышар метр кабель урланған. Өфө-Ырымбур трассаһын яҡтыртыу өсөн яуаплы подрядсы компания хеҙмәткәрҙәре икенсегә ер эштәрен башҡарып, линияларҙы ялғарға мәжбүр. Әле Ҡырмыҫҡалы районына ҡараған участкала электр менән тәьминәт системаһын тергеҙеү мәсьәләһе хәл ителә.
Өфө-Ырымбур трассаһында уҙған йылдан алып бөгөнгәсә урлашыу осраҡтары теркәлгән. Билдәһеҙ кешеләр 5500 терәүҙең 1100ен электр менән тәьминәт кабелдәрһеҙ ҡалдырған. Был осраҡтар буйынса хоҡуҡ һағы органдарына ғаризалар яҙылған.
Төҙөлөш барышында биләмәлә 42 трансформатор подстанцияһы ҡуйылған, терәүҙәр араһында 234 саҡрым кабель, 51 cаҡрым электр тәьминәте линиялары һуҙылған. Проект буйынса, 110 километр автомобиль юлы август аҙағына тиклем тулыһынса яҡтыртыла башларға тейеш булған. Әммә урлашыуҙарға бәйле билдәләнгән ваҡытҡа эштәр тамамланмай. Киреһенсә, арта ғына. Һөҙөмтәлә объектты тапшырыу ваҡыты ла тотҡарланған.
«Өфө-Ырымбур» трассаһында 67 саҡрым участкаһы проблемалы һанала. Был аҙнала подрядсы компания етәкселеге Ҡырмыҫҡалы районында кабелдәрҙе тергеҙеү буйынса эштәрҙе тамамларға вәғәҙәләй. Артабан Ауырғазылағы участканы яҡтыртыуға бар көстәрҙе йүнәлтеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина