Республика кардиология үҙәгендә йөрәк етешһеҙлеге менән сирләгән ҡатын бала тапҡан

Салауат ҡалаһында йәшәүсе Оксана Гордееваны санавиация менән Өфөләге кардиология үҙәгенә килтерелгән. Республика перинаталь үҙәге акушер-гинекологтары уға Кесарев киҫеме яһаған. 

Ете айлыҡ бала бер килограм да 800 граммлыҡ булып донъяға килгән. Йөрәктә патология булғанда ҡарындағы сабый ҙурайған һайын йөрәккә көс төшә һәм ул икеһенең дә сәләмәтлегенә хәүефле ти, табиптар. Табиптарҙың юғары профессионаллеге ярҙамында әсә менән бала ғүмере һаҡлап ҡалынған.

Әсә кардиоүҙәктә дауаланған ваҡытта сабый бер айға яҡын перинпталь үҙәктә булған. Уның ауырлығы ике килограмдан ашҡан. Тыумыштан һаңғырау-телһеҙ Оксана менән Сергей Гордеевтарҙың был дүртенсе балаһы. Кардиологтар, гинекологтар, неонатологтар һәм башҡа белгестәр бөгөн перинаталь үҙәккә Гордеевтарҙың шатлығын уртаҡлашырға килде. Бәхетле пар ҡыҙын өйөнә алып ҡайтты.

Ҡыҙсыҡҡа Екатерина тип исем ҡушабыҙ. Оксана киленде һәм сабыйҙы ҡараған бөтә табиптарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларҙың оҫталығы, дөрөҫ ҡарар ҡыла белеүе арҡаһында ҡатмарлы осраҡ бәхетле тамамланды. 

Татьяна Кабанович, Гордеевтарҙың туғаны

 Рәмилә Исмәғилева