Өфөнөң 40-сы мәктәбендә Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа таҡтаташ ҡуйылды

Батыр исеме үлемһеҙ. Бөгөн Өфөнөң 40-сы мәктәбендә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асылды. Белем усағына уның исеме бирелде. Махсус тәғәйенләнеш отряды командиры, өлкән лейтенант Максим Серафимов Украинала хәрби операция барышында һәләк була. Ҡаһарман уҡыған класта исемле парта ла барлыҡҡа килде.  Тантанала Башҡортостан Башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, Максим Серафимовтың батырлығы онотолмаясаҡ тип белдерҙе. Хәрбиҙең ата-әсәһенә һәм педагогтарға рәхмәт әйтте. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң 40-сы белем биреү үҙәге 1975 йылда асыла. Ул университеттар менән бәйләнеш тота, бында республика геология мәктәбенең “Аҫылташ” проекты тормошҡа ашырыла. Директор урынбаҫары Наилә Вәлиәхмәтова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров 40-сы белем үҙәге уҡыусыларын “Патриот” хәрби паркына саҡырҙы. Улар өсөн махсус смена булдырыу ҡарала.