Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. -Уҡыусыларҙы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Бөгөн 55 меңгә яҡын бала тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Мәктәптәрҙе яңыртыу буйынса федераль программала әүҙем ҡатнашабыҙ. 2026 йылға тиклем республикала 398 уҡыу йорто төҙөкләндерелә. Бөгөн 15 яңы мәктәп төҙөлә. Ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм шуларға ирешегеҙ. Ә беҙ ярҙам итербеҙ, - ти Андрей Назаров.