Асҡар ауылында Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназия бинаһына мемориаль таҡтаташ беркетелде. Бөгөн гимназияла Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. - Тамерландың командирҙары менән һөйләштем. Уларҙың барыһы ла уның ныҡ батыр булыуы тураһында әйтте. Тамерлан Илһамов, уның батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлаясаҡбыҙ. Тыуған ил һағында булғандар һәм булыусыларға мәңгелек дан, - тине Радий Хәбиров. Республика башлығы хәрбиҙең туғандары һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам вәғәҙәләне.