Салауат ҡалаһындағы уҡыу йортонда ремонт өсөн 40 миллион һум тоторолған. Ул бөгөн 200 балаға ишектәрен асты. Бөрөләге коррекция мәктәп-интернатында белем алыусылар ҙа яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршыланы. Бөгөн бында 389 бала парта артына ултырҙы. Уҡыусыларға белем алыу өсөн бөтә шарттары булдырылды, тип хәбәр итә мәктәп етәкселеге.