Бөгөн Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында капиталь ремонттан һуң Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп ишектәрен асты. Уны Башҡортостандан ирекмән-төҙөүселәр төҙөкләндерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә аша Донбасс уҡыусылары һәм уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы. - Бөгөн беҙ Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа мемероиаль таҡтаташ астыҡ. Ул Донбасс халҡын яҡлап һәләк булды. Махсус операцияла Башҡортостандан күптәр ҡатнаша. Беҙҙе туғанлыҡ ептәре тоташтыра, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы капиталь ремонт эшләүселәргә, Донбастағы эшләүсе ирекмәндәргә, юлсыларға, табиптарға рәхмәт белдерҙе.