Өфө мәктәбенә Рәсәй геройы Максим Серафимов исеме бирелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге 40-сы белем биреү үҙәгендә ойошторолған тантаналы линейкала ҡатнашты. Мәғариф учреждениеһының 47 йыллыҡ тарихы бар, бында айырым фәндәр буйынса тәрәнәйтелгән уҡытыу ойошторолған.

Геология һәм тирә яҡты өйрәнеү буйынса музейы менән дан тота. Белем көнөндә мәктәпкә Рәсәй геройы Максим Серафимов исеме бирелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Беренсе уҡытыусы менән тәүге класс сәғәте. Мәктәп партаһына яңы ғына ултырған малай-ҡыҙҙар һорауҙарға кемуҙарҙан яуап бирә. Өфөнөң 40-се белем биреү үҙәгенә быйыл 75 бала уҡырға ҡабул ителгән. Тәжрибәле педагог Зилә Аяҙғолова үҙенең синыфын тәү күреүҙән үк яратып өлгөргән.

Белем усағында тәүге ҡыңғырау яңғырай. Яңы уҡыу йылы башланыуы ғәҙәттәгесә тантаналы линейкала билдәләнде. Өлкән синыф уҡыусылары ла каникулдан һуң көс йыйып, мәктәпкә ашҡынып килгән. Һәләтле балаларҙың концерты ҙур алҡыштар менән ҡаршы алынды.

«Йәш армеецтар» тигеҙ аҙымдар менән майҙанға Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын килтерҙе. Гимн яңғырағанда дәүләт символдарын юғарыға күтәреү бурысы мәктәптең алдынғы уҡыусыларына тапшырылды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тантаналы линейкала ҡатнашып, уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен Яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап үтте.

Максим Серафимов Рязандағы юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған. Махсус хәрби операция башланған көндән үк үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа баҫҡан. Һуңғы алышта өлкән лейтенант милләтселәр тарафынан ташланған гранатаны күреп ҡалып, уны кәүҙәһе менән ҡаплаған. Был ҡыйыу аҙымға ҡорал буйынса хеҙмәттәштәрен ҡотҡарам тип баҫҡан. Ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Белем көнөндә ул уҡыған мәктәп фасадында мемориаль таҡтаташ та асылды.

Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында Максим Серафимовтың ата-әсәһе, ҡустыһы ла ҡатнашты.

Хәрби училищеға ҙур конкурс булғайны, бер урынға ете кеше. Улыбыҙ барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырғайны. Хәрби һөнәр үҙләштерҙе. Бик талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел офицер булды.

Владимир Серафимов, Максим Серафимовтың атаһы

Максим Серафимов мәктәпте 2013 йылда тамамлаған. Уҡытыусылар уны оло ғорурлыҡ һәм күҙ йәштәре менән иҫкә ала.

Бар шундай һөнәр – тыуған илде һаҡлау. Белем усағы фойеһында ҡаһармандарса һәләк булған Максим Серафимов иҫтәлегенә стенд булдырылған. Бында уның биографияһы, уҡыу йылдары, хәрби юлы, наградалары тураһында мәғлүмәт килтерелә. Материалдарҙың тап тарих кабинеты янында урынлаштырылыуы осраҡлы түгел. Буласаҡ Рәсәй Геройы бала сағынан был фән менән янып йәшәгән.

Белем биреү үҙәгендә Герой партаһы ла ҡуйылған. Проекттың маҡсаты – тарихи хәтерҙе һаҡлау, илһөйәр быуын тәрбиәләү. Радий Хәбиров Максим Серафимов исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһы уҡыусыларын сентябрҙә «Патриот» паркында үтәсәк сменаға саҡырҙы.

Үҫмерҙәр хәрби-патриотик әҙерлек үтәсәк. Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәктәптең геология музейы менән дә танышты. Коллектив тыуған яҡтың тәбиғәт мираҫын өйрәнеүҙе ойошторған өсөн Юнеско дипломы менән бүләкләнгән

Гөлназ Хәйбуллина