Шуларҙың икәүһе – Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында һәм Байым ауылы мәктәбендә.
Генерал-майор исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһында бөгөн шулай уҡ тантаналы линейканан тыш, гимназияны тамамлаған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исемен мәңгеләштереү сараһы үтте. Митингыла республика башлығы ла ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ватансылыҡ төшөнсәһен Әбйәлил районы гимназияһы үҙ миҫалында иҫбатлай. Генерал-майор Таһир Кусимов исемен дә улар лайыҡлы йөрөтә. Йыл да уҡыусыларҙың хәрби йыйындарҙа юғары әҙерлек күрһәтеүе лә быға асыҡ миҫал.
Юҡҡа ғына гимназияны тамамлаусылар араһында хәрби юлды һайлаусылар юҡ түгел. Рәсәй геройы, прапорщик Тамерлан Илһамов шулар иҫәбендә. Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелде. Мемориал таҡтаташ асыу сараһында республика башлығы ла ҡатнашты.
Тамерлан Илһамов башланғыс белемде тыуған Ярлыҡап ауылы мәктәбендә алғандан һуң, 10-11-е Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында тамамлай. Педагогик коллектив Тамерланды башҡаларға өлгө алырлыҡ уҡыусыларҙан береһе ине тип иҫкә ала.
Әбйәлил районының Асҡар ауылы гимназияһы данлыҡлы яҡташтары, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен 2001 йылдан йөрөтә. Ә быйылдан иһә белем усағында Шайморатовсылар класы булдырылды. Әйткәндәй, республикала яңы уҡыу йылынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар комдив исемен 78 класс йөрөтәсәк.
Балаларҙы илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләү яңы уҡыу йылынан мәктәп программаһына төплө йүнәлеш алды. Хәҙер линейкалар Рәсәй һәм Башҡортостан гимны аҫтында дәүләт флагтарын күтәреү аҙна һайын алып барыласаҡ. Ә иһә белем усаҡтарында айырым кластар булдырылыуы эште тағы ла яйға һалыр, тигән өмөттә ҡала уҡытыусылар.
Әйткәндәй, Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында быйыл 1133 уҡыусы белем аласаҡ. 155-е тәү тапҡыр беренсе класҡа барҙы. Ә 11-е тамамлаясаҡ 18 уҡыусыға иһә тағы ла етди осор башланды.
Азат Ғәлиуллин