«Донбассҡа еңеү һәм тыныс күк йөҙө теләйем!»

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Луганск халыҡ республикаһы Петровское ҡалаһы уҡыусылары менән телекүпер бәйләнешендә белдерҙе.

Утлы төбәктә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп капиталь ремонт эштәренән һуң уҡыусыларын ҡабул итте. Белем усағы тулыһынса Башҡортостан бюджеты иҫәбенә төҙөкләндерелде. Луганск халыҡ республикаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Мәктәп тулыһынса Башҡортостан көсө менән төҙөкләндерелде.Объектта республиканан килтерелгән төҙөлөш материалдары ҡулланылды. Ремонт эштәрен Башҡортостан район-ҡаларынан тупланған төҙөүселәр төркөмө башҡарҙы.

Хеҙмәт вахтаһында барлығы 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Белем усағының ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырылды, яңы инженер коммуникациялары һәм электр селтәре һуҙылды.Бина тышҡы яҡтан йылытылып фасады яңыртылды. Эске биҙәкләү ҙә заман стандарттары буйынса башҡарылды. Ике ай тигәндә Петровское ҡалаһында өр-яңы мәктәп ҡалҡып сыҡты тиһәк тә һис кенә лә хата булмаҫ.

Мәктәп Башҡортостан көсө менән тулыһынса яңынан йыһазландырылды. Кластарға интерактив таҡталар эленде, информатика синыфына яңы компьютерҙар ҡуйылды. Мәктәптәге парталар, шкафтар һәм башҡа йыһаздар ҙа республиканан оҙатылған гуманитар ылау менән килтерелде. Украина тарафынан ҡыйырһытылған Донбасс халҡы өсөн был башҡа һыймаҫлыҡ хыял ғына ине, ти 25 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Надежда Ярченко.

Утлы төбәктәге белем усағы менән Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сыҡты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбасс азатлығы өсөн көрәшкән яуҙаш һәм фекерҙәштәрҙең яҡты иҫтәлеге беҙҙе берләштерә, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Беренсе сентябрҙә Петровское ҡалаһының Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә 35 бала беренсе класҡа барҙы.Башҡортостан ярҙамы менән 396 уҡыусы заманса шарттарҙа уҡыу йылын башлай.Рәсәйҙең ныҡлы ҡанаты аҫтында Донбасс тыныс тормошҡа ҡайта.

Рафиҡ Әхмәтшин