Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика юғары уҡыу йорттарына 200 млн һум аҡса бүленә.
Комиссия тикшереүенән һуң сумма йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн йүнәлтелә. Фәнни эш менән шөғөлләнеүсе белгестәр был ярҙамды ипотекаға тәүге иғәнә индереүгә файҙалана ала.
Шулай уҡ дәүләт ярҙамын фәнни белемде камиллаштырыу өсөн стажировка, уҡыу хаҡын түләүгә ҡулланырға мөмкин. Һәләтле йәштәргә грант бүлеү тәртибе һәм конкурс шарттары ошо көндәрҙә билдәле була.
Флорида Ким