Радий Хәбиров Өфөлә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлеше менән танышты

Башҡортостан Башлығы Пушкин урамында урынлашҡан күп фатирлы йорттар янында булды. Бында Александр Пушкин әкиәттәренә бәйле ихаталарҙы тәртипкә килтергәндәр. Проект “Лукоморье” тигән атама алған. Биләмәлә  асфальт түшәлгән, тротуар һәм парковка эшләнгән, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡоролған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған. Бынан тыш, ихатала әкиәт геройҙары һындары урынлаштырылған, киләсәктә Александр Пушкинға һәйкәл дә барлыҡҡа киләсәк. Быйыл Өфөлә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 15 йорт алды тәртипкә килтерелә. Бының өсөн 300 миллион һум йүнәлтелә.