Оҙон ғүмерлелеккә йүнәлтелгән программа өсөн ике тапҡыр күберәк аҡса бүлеү планлаштырыла

Был турала Республика Башлығы  туриндустрия  вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. - Сығымдарҙы арттырыу һөҙөмтәһендә өлкән йәштәге  20 мең кеше  Башҡортостандың матурлығын, иҫтәлекле  урындарын  күрә ала.  Быйыл  был программа  буйынса  10 мең кешелек  квота  ҡаралған, - тине  Радий  Хәбиров.  Уның әйтеүенсә,  ваҡиғалы  туризмға  иғтибарҙы  арттырырға  кәрәк.  "Бөрө алмаһы",  "БәлешФест",  Стәрлетамаҡтағы   ҡунаҡсыллыҡ  фестивале һымаҡ  байрамдар  булырға  тейеш.