Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә туристик-мәғлүмәт үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Ул  "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексы  янында  урынлашҡан.  Үҙәк  туристарға ярҙам өсөн булдырылған. Бында экскурсияға билеттар алырға, Башҡортостандың туристик  мөмкинлектәре, тураһында,  кафе, ресторан,музей-театр тураһында  белешергә  мөмкин. Радий  Хәбиров  әйтеүенсә, республикала  бер нисә  ҙур проект ғәмәлгә  ашырыла.  Улар туристарҙы  йәлеп  итәсәк.  Совет майҙанында  Рәсәй  Геройы  Миңлеғәли  Шайморатовҡа  һәйкәл урынлаштырыла,  Башҡортостан  Фән һәм  мәҙәниәт үҙәге  төҙөлә. Шулай уҡ  Шишмә  районында Евразия Күсмә  цивилизациялар музейы  проекты  ғәмәлгә  ашырыла. Радий  Хәбиров  туризмды  үҫтереү мәсьәләләре  буйынса  ҙур кәңәшмә  әҙерләргә  ҡушты.