Киләһе йылда Башҡортостан Федераль туризм агентлығынан 336 миллион һум ала

  Аҡса  өс  йүнәлештә  туризмды  үҫтереүгә  тотонола. Был турала Республика  Башлығы  Радий  Хәбировтың туриндустрия  вәкилдәре  менән осрашыуында  белдерелде.  82 миллион һум  кемпингтар һәм  автокемпингтар булдырыу  өсөн тәғәйенләнә.  Йылға-күл буйҙарында пляж зоналарын, шулай уҡ  балалар өсөн  ял биләмәләрен  булдырыу  буйынса  проекттарға 149 миллион  һум йүнәлтелә. Тағы  105 миллион һум туристик ҡорамалдар алыу, яңы маршруттар  асыу,  мөмкинлеге сикләнгәндәргә  туристик  йүнәлешендә проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу  өсөн ҡаралған.