Ихата «Башҡортостан ихаталары» республика программаһы буйынса төҙөкләндерелә. Ул Александар Пушкиндың әкиәт мотивтары нигеҙендә эшләнгән.
Йәмәғәт киңлеге концепцияһы рус шағиры исемен йөрөткән урам исеменә яраҡлаштырылған. Ихатала әкиәт геройҙарының ағас һындары ҡуйылған. Киләсәктә бында «Руслан һәм Людмила» поэмаһы әкиәте буйынса аллея төҙөү ҙә ҡарала.Ә Республика көнөнә ихатала Александар Пушкиндың һыны ла барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһында Өфөнөң 15 ихатаһы ҡатнаша. Уларҙа күп фатирлы 54 йорт иҫәпләнә.Ошо маҡсатта ихаталарҙы төҙөкләндерәсәк подрядсыларға түләр өсөн республика һәм ҡала бюджетынан 300 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Рәйлә Күсемханова