Был юлы сара сысҡан биҙгәгенә арналды. Эфир модераторҙары булараҡ Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин сығыш яһаны.
Улар гемморагик биҙгәккә бәйле республикалағы һуңғы яңылыҡтар, һаҡланыу саралары тураһында һөйләне. Шулай уҡ теләге булған һәр кем сиргә бәйле һорауҙарын бирҙе. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда быйыл сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр 8,5 тапҡырға артҡан. Һуңғы айҙа ғына республикала 720 кеше инфекция йоҡторған.
Азат Ғәлиуллин