Башҡортостан ике ҡаланың инфраструктураһын үҫтереүгә федераль ярҙам аласаҡ

Республиканың Яңауыл ҡалаһында һыу системаһын яңыртыуға һәм Учалыла яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү проекттарына булған мөрәжәғәте хуплау тапты.

Был турала Төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин хәбәр итте. Унда Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Яңауылда 25 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес селтәрҙәрен яңыртыу планлаштырыла. Насос станцияһы һәм ике таҙа һыу резервуары төҙөләсәк. Учалыла ла яңы ҡаҙанлыҡ булдырыу – көн талабы. Ике проектты финанслауҙың дөйөм күләме федераль заем менән бергә 490 миллион һум тәшкил итә.

Рәйлә Күсемханова