«Торатау» конгресс-холында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы сара үтте.

«Торатау» конгресс-холында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы сара үтте.

Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен Радий Хәбиров менән «Башнефть» компанияһы етәксеһе Андрей Лазеев ҡотлап, дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырҙы. «Ҡара алтын» табыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы эргәһендә 702-се скважинанан, 680 метр тәрәнлектән тәүге нефть фонтаны урғыла. Тап ошо дата башҡорт нефтен асыу көнө булып иҫәпләнә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә был тармаҡта хеҙмәт итеүселәр «Торатау» конгресс-холында тантаналы сараға йыйылды.

Юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «ҡара алтын» табыусы предприятиеның республика һәм ил кимәлендәге урыны хаҡында әйтте.

Башҡортостанда нефть ятҡылығы табыу тотош ил иҡтисадын төптән үҙгәрткән. Ер ҡуйынынан сығарылған ҡара шыйыҡса Бөйөк Ватан һуғышында еңеү килтереүгә лә ҙур өлөш индергән. Республикала артабан Серафимов, Шкапов, Арлан ятҡылыҡтары асылған. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Башҡортостан илдә нефть табыуҙа лидерҙар рәтенә сыға.

90 йыл үткәндән һуң да беҙ яңы ятҡылыҡтар табабыҙ һәм эшкәртәбеҙ. Быраулауҙа рекордтар ҡуябыҙ, бөтә эш процестарында заманса ысулдар ҡулланабыҙ.

Андрей Лазеев, «Башнефть» компанияһы генераль директоры

Тармаҡтың уңышы – уның тоғро, егәрле эшсәндәрендә. Үҙ ғүмерен оҙаҡ йылдар нефть эшенә бағышлаған ветерандар тәбрикләнде. 1959 йылда нефть институтын тамамлаған Салауат районы егете Энгель Зәйнетдинов хеҙмәт юлын Өфөлә ябай нефтсе былып башлап предприятие директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем етә. Хеҙмәт династияһына нигеҙ һалыусы ла. Уның юлын улдары һәм ейәндәре һайлаған.

«Башнефть» республикаға уҙған йылда 42 миллиард һум инвестицияланы, тине төбәк етәксеһе. «Ҡара алтын» табыу һәм эшкәртеү өлкәһендә яңы технологиялар индерелә, ул туҡтауһыҙ үҫеш юлында.

Рәмилә Исмәғилева